Республикабыҙҙың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матрососв менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Сарала почетлы ҡунаҡтар, Ҡораллы көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Републикаһы гимны яңғырағандан һуң сарала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фото:Башинформ.