Шишмә районы суды ҡарары буйынса юл һәләкәтендә ғәйепле тип табылған ир ете йылға колония-поселениеға ебәрелә, уға өс йыл транспорт йөрөтөү тыйыла. Шулай уҡ ғәйепле водитель әхлаҡи зыянды ҡаплау йәһәтенән ғүмере өҙөлөүсенең ғаиләһенә биш миллион һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.
Авария былтыр 9 майҙа Шишмә ҡасабаһында булған. Иҫерек ир «Тойота Камри» автомобилендә юғары тиҙлектә «Хонда Цивик»тың юлын ҡыйған. Һөҙөмтәлә «Хонда Цивик» бағанаға бәрелеп, рулдәге Диана Сәфәрова һәләк булған. Әйткәндәй, Диана Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе (племянница). Өс бала етем ҡалды...