Ул – Мәсетле районы егете. Район хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә барып, проекты тураһында һөйләгән һәм идеяһын хуплап, ярҙам алыу буйынса кәңәш биргәндәр.
Денис Фатихов адреслы социаль ярҙам аҡсаһына (350 мең һум), махсус станок һатып алған, артабан эшен теркәгән дә, тағы бер ҡорамал алып, эш бирсәткәләре тегә башлаған.
Егет үҙе әйтеүенсә, уларҙың районында бындай етештереү юҡ әлегә. Бирсәткәләрҙе үҙе тегергә өйрәнгән. Әйткәндәй, Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған Денис башҡорт гимназияһын тамамлаған.
– Тыуған илемде яратам һәм районымдың да, ауылымдың да сәскә атыуын теләйем, уларҙың үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерәм, - ти эшҡыуар.
Фото: Адмнистрация Мечетлинского района