Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2024, 12:25

Беҙҙең ирекмәндәр Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды

Улар "Сириус" федераль биләмәһендә 1-7 мартта үтәсәк оло сарала эшләйәсәк.

Беҙҙең ирекмәндәр Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлландыБеҙҙең ирекмәндәр Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды
Беҙҙең ирекмәндәр Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды

- Башҡортостандан фестивалдә ҡатмарлы конкурс, әңгәмә һәм профилле уҡытыу үткән 65 иң яҡшы ирекмән ҡатнаша. Ә инде 26 февралдә фестивалгә төбәктән ҡатнашыусылар делегацияһы юлланасаҡ, уның составына 180 йәш егет-ҡыҙ инде - тип аңлатма бирә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.

Республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәр ирекмәндәр булып китә. «Сириус» федераль биләмәһендә транспорт логистикаһынан һәм туҡланыу процесын ойоштороуҙан алып лингвистик хеҙмәттәргә һәм мәҙәни программаға тиклем 15 функциональ йүнәлеш буйынса 5000 – дән ашыу ирекмән эшләйәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас