Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2024, 11:07

Йәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған өсөн 14 йылға хөкөм ителде

30 йәшлек ҡатын был енәйәтен изоляторға яҡын танышы янына инеү өсөн ҡылған, имеш.

Йәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған өсөн 14 йылға хөкөм ителдеЙәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған өсөн 14 йылға хөкөм ителде
Йәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған өсөн 14 йылға хөкөм ителде

Былтыр 4 мартта булған хәл был. Бер иҫерек ҡатын "Нижегородка" биҫтәһендәге магазинға инеп, тик торғандан бығаса таныш булмаған 19 йәшлек кенә магазин хеҙмәткәренә бысаҡ менән сәнсә. Иҫеректе шундағы бер һатып алыусы туҡтата, полиция килгәнсе ебәрмәй. Ә уның ҡорбанына "Тиҙ ярҙам" саҡырталар. Тик, үкенескә күрә, йәш ҡыҙ  алған йәрәхәттәренән дауаханала үлә.

Енәйәтсе РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се өлөшөндәге "и" пункты буйынса ("хулиганлыҡ менән үлтереү" статьяһы) хөкөм ителде һәм суд уны 14 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм бер йылға иркен сикләү шарты менән дөйөм тәртиптәге колонияға ебәреү тураһында ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ зыян күргән тарафҡа 1,5 миллион һум аҡса түләргә тейеш.

 Нимәһе аптырата: кеше үлтереүсе ҡатын был енәйәтен тикшереү изоляторында ултырған әхирәте янына эләгеү өсөн ҡылғанын әйткән.

Әлегә хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән. Был турала iгазетала (Электронная газета.РФ) яҙалар.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас