Бөгөн Өфөлә төрлө һөнәр эйәләре бүләкләнде. Радий Хәбиров улар алдында сығыш яһағанда әйтеүенсә, беҙҙең быуынға ошо ҡатмарлы тарихи мәлдә Ватанды һаҡлау бурысы тура килде.
- Алғы һыҙатта һәм хеҙмәт фронтында ла һәр беребеҙ еңеүҙе яҡынайтырға тырыша. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар анттарына тоғро ҡалып, бурыстарын намыҫ менән үтәй. Шулай уҡ һәләтле хеҙмәтсәндәребеҙ - эшсәндәр, аграрийҙар, табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар - менән дә ғорурланабыҙ, - тине республика етәксеһе.
Награда алыусылар араһында «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» I дәрәжә миҙалға лайыҡ булған республикала билдәле етәксе Альберт Баһауытдинов, Салауат Юлаев орденын алған атҡаҙанған уҡытыусы Роза Сәфәрова, Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булған Иршат Ихсанов кеүектәр һәм хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре бар.
Бүләкләнеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Фото: "Башинформ".