Йәш спортсыларға был автобус “Демография” милли проектының ”Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты буйынса һәм БР Спорт министрлығы булышлығында алынды, тип хәбәр итәләр.
Хәҙер балаларға төрлө ярышҡа, шул иҫәптән республика, ил буйлап, йөрөргә уңайлы буласаҡ.
Автобустар алыуға барлығы 20 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың һәр береһе 16 урынлыҡ һәм ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған.
Фото: Министерство спорта Республики Башкортостан