Кушнаренко районы территорияһында, М7 "Волга" трассаһының 1279-сы саҡрымында, бензовоз ҡабырғаһына ауған ("КамАЗ" цистерна менән Өфөнән Яңауыл яғына хәрәкәт иткән). Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килеп еткән мәлдә дизель яғыулығы юлға аҡҡан була (цистернаның һыйҙырышлығы 23 куб.м). Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юлға 3 тонна яғыулыҡ аҡҡан. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күрә.
Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ. Рекультивация планлаштырыла. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.
Фото: МЧС РБ.