Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2024, 09:35

Башҡортостан медицинаһы оло юғалтыу кисерҙе

 Бөгөн,20 февралдә,  медицина фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Лира Минһажетдинованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Башҡортостан медицинаһы оло юғалтыу кисерҙеБашҡортостан медицинаһы оло юғалтыу кисерҙе
Башҡортостан медицинаһы оло юғалтыу кисерҙе

 Лира Нәбиулла ҡыҙа республикала кардиология үҫешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, буласаҡ медицина кадрҙары өсөн уҡытыусы һәм остаз булды.

 Уның ҡатнашлығында Башҡортстандың төрлө этник төркөмдәрендә гипертония һәм йөрәк ишемияһы ауырыуҙарын формалаштырыуҙа генотип роле өйрәнелде, стенокардияны дауалау, эске ауырыуҙары диагнозлай һәм күҙалаау ысулдары уйлап табылды. Ул 550-нән ашыу ғилми хеҙмәт  һәм ике уйлап табыу авторы. Лира Минһажетдинова етәкселегендә 40-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 5 докторлыҡ диссертацияһы яҡланды.

   Ул күп кенә халыҡ-ара конференцияла һәм кардиология конгрестарында спикер булды.  

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас