Mash телеграм-каналында яҙыуҙарынса, Андрей Губин үҙ сығыштарына 700 мең һум ғына аҡса һорай. Әле ойоштороусылар программа әҙерләй.
Өфө егете Андрей Губин 15 йыл самаһы неврологик ауырыуҙан ыҙа сикте. Битен яртылаш фалиж һуғып, мимикаһы һәм телмәрендә проблемалар барлыҡҡа килде. Шуға ул гастроль эшмәкәрлеген туҡтатып торҙо.
Ошо ай башында йырсы медицина тикшереү үткән һәм һөҙөмтәләр уның һауығыуын күрһәткән.
Әйткәндәй, быйыл апрелдә Губинға 50 йәш тула.