Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2024, 08:00

Радий Хәбировтың яңы указы сыҡты

Ул "Башҡорт аты" фестивале тураһында.

Радий Хәбировтың яңы указы сыҡтыРадий Хәбировтың яңы указы сыҡты
Радий Хәбировтың яңы указы сыҡты

Башҡортостанда «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло атына арналған фестиваль йыл һайын халыҡ-ара кимәлдә үткәреләсәк. БР Башлығының 16 февралдә ҡул ҡуйған указы ошо турала.

Был ҙур сара йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ бешеүҙе, халыҡ кәсептәрен танытыу, башҡорт атын үрсетеү һәм һаҡлау маҡсатынан ойошторjла.

Документҡа ярашлы, фестивалдең ойоштороу комитеты составы билдәле. Уларға 1 июнгәсә әҙерлек планын раҫларға кәрәк.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас