Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2024, 16:43

«Милләттәр азатлығы өсөн!» беренсе халыҡ-ара форумы үтте

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған ҙур йыйында 55 илдән 400-ҙән ашыу сәйәсмән ҡатнашҡан. Улар Африканан, Азиянан, Яҡын Көнсығыштан, Латин Америкаһынан, Европанан, БДБ дәүләттәренән килгән.

«Милләттәр азатлығы өсөн!» беренсе халыҡ-ара форумы үтте«Милләттәр азатлығы өсөн!» беренсе халыҡ-ара форумы үтте
«Милләттәр азатлығы өсөн!» беренсе халыҡ-ара форумы үтте

Форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, РФ Президенты Владимир Путин был сараны үткәреүҙең бик мөһимлеген билдәләне. Уның әйтеүенсә, беҙҙең ил колониаль системаның нигеҙҙәрен юҡ итеү өсөн күп эшләне, бойондороҡһоҙ дәүләттәргә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, иҡтисадын үҫтереү, киҫкен сойиаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, гуманитар проблемаларҙы бөтөрөү йәһәтенән етди ярҙам күрһәтте.

Бөгөн дә беҙ хаҡ азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәште көсәйтеүҙә берләшергә әҙербеҙ. Беҙ һәр ил һәм халыҡтың прогресы һәм демократик күп полярлы донъя ҡоролошон булдырыу яҡлыбыҙ”, - тине Президент.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев үҙ сығышында былай тине: «Ҡасан ғына әле коллектив Көнбайыш теле менән, Азия, Яҡын Көнсығыш, Африка, Латин Америкаһы илдәрен тәкәбберләнеп, “өсөнсө донъя” тиҙәр ине. Әммә бөгөн был концепция юҡҡа сыҡты. Ул илдәр йылдам үҫеп, дәүләттәрҙең суверен тигеҙлеге принциптарын ғәмәлгә ашырыу өсөн сығыш яһай. Улар неоколониализм күренештәренән тулыһынса баш атртырға өндәй».

Дмитрий Медведев бөгөнгө Украинаның хәлендә Көнбайыштың яуаплылығы барлығын белдерҙе. Көнбайыш үҙҙәре уйлап сығарған закондарға ҡаршы килеүселәргә санкциялар иғлан итә. Әммә, Медведев иҫәпләүенсә, бер полярлы ҡоролош дәүере бөттө, айырым илдәр төркөмө донъяуи монополия ҡора алмай.

«Беҙҙең партиялар неоколониаль ғәмәлдәргә бергә ҡаршы торорға һәм оҙайлы хеҙмәттәшлеккә ыңғай ҡараш булдырырға тейеш. Бынан тыш, партиялар санкцияларға ҡаршы коалиция төҙөүгә етди этәргес бирә алыр ине. Унда шул коалицияла ҡатнашыусыларҙың неоколониаль сикләүҙәргә ҡаршы сығырлыҡ халыҡ-ара-хоҡуҡи документтар әҙерләүе мөһим.

Партия рәйесенең БМО-ның Генераль ассамблеяһына тәҡдиме лә яңғыраны: 14 декабрҙе (1960 йылдың ошо көнөндә колониаль илдәргә һәм халыҡтарға бойондороҡһоҙлоҡ биреү тураһында декларация ҡабул ителә) Колониализм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө итеү.

Әйткәндәй, бөгөнгә 17 биләмә колония хәлендә йәшәй. РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, неоколониаль ғәмәлдәрҙе юҡ итеү юлында берләшеү ваҡыты етте.

Форумда ҡатнашыусы сәйәсмәндәр ҙә сығыш яһаны һәм был сараны ойоштороу башланғысы менән сыҡҡан партияға рәхмәт белдерҙе.

Әлеге форум ике йылға бер тапҡыр үтәсәк.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев йыйын тураһында фекерен еткерҙе:

Осрашыуҙа ҡуйылған маҡсаттар һәм бурыстар менән тулыһынса килешәм. Форум азатлыҡ һәм үҙбилдәләнеш өсөн көрәшеүселәрҙең үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуы һәм диалог өсөн бик мөһим майҙансыҡ булды. Ул XXI быуатта колониализмға урын юҡлығын күрһәтте. Форум ниндәйҙер илдәргә йәки халыҡтарға ҡаршы йүнәлтелмәгән. Уның маҡсаты – ғәҙелерәк донъя ҡороу өсөн көстәрҙе берләштереү”.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас