Мәскәүҙә “Рәсәй” күргәҙмә-форумында Башҡортостандың стендың Рәсәй геройы, осоусы-космонавт Михаил Корниенко. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул тап беҙҙең республиканың стенды менән танышыу һәм авторгаф-сессия үткәреү өсөн ВДНХ-ға килгән.
«Башҡортостан — иҫ киткес төбәк. Ике тапҡыр был республиканың шифаханаларында ял иттем һәм мотлаҡ тағы барасаҡмын», — тине Михаил Борисович, үҙ пландары тураһында һөйләп.
«Красноусол» шифаханаһынан почетлы ҡунаҡҡа юллама бүләк иттеләр.
“Сәләмәт Башҡортостан” стендын шулай уҡ РФ мәғариф министры урынбаҫары Андрей Корнеев ҡараны.
Бынан тыш, республика стенды янында “Красноусол” менән “Ҡарағай” шифаханаларына юлламалар ҙа уйнаттылар. Сертификаттарҙың береһен Краснодар крайынан Ирина Минченко отто. Уның 53 һаны бәхетле булып сыҡты.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан билдәләүҙәренсә, юллама оторға теләүселәр 100 кешенән артыҡ ине. Уларҙың күптәренә башҡа приздар эләкте.
Фото:Башинформ.