Салат өсөн 300 г скумбрия, уртаса ҙурлыҡтағы 3 картуф, 2 кишер, 3 йомортҡа, йәшел борсаҡ консерваһы, майонез кәрәк.
Салат һауытына түбәндәге тәртиптә ингредиенттарҙы теҙеп һалырға. Беренсе ҡатҡа – бешкән скумбрия, икенсеһенә – ҡырылған картуф, өсөнсөһөнә – кишер, һуңынан йәшел борсаҡ һалына. Һәр ҡатҡа майонез һалабыҙ. Салатты 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып алырға.
Фото: Дзен.