Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2024, 17:00

Бауырҙа киста булғанда нимә эшләргә?

 Кистаны   эсендә шыйыҡса булған капсула тип аңларға кәрәк.  Бауырҙа уның  берәү йәки күп, ысын һәм ялған булыуы мөмкин.

Бауырҙа киста булғанда нимә эшләргә?Бауырҙа киста булғанда нимә эшләргә?
Бауырҙа киста булғанда нимә эшләргә?

 Ысын кисталар үт юлында уларҙың тығылыуы арҡаһында   (үт ҡыуығында таш булғанда йәиһә үт юлдарының тар булыуы һөҙөмтәһендә) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ялған кисталар йәрәхәт алыуҙан була. Мәҫәлән, ныҡ итеп бәрелеүҙән бауыр эсендәге туҡыма йыртыла  һәм һөҙөмтәлә шул урында киста үҫешә.   Бауырҙың паразиттар менән зарарланыуы ла  был патологияға сәбәпсе булыуы мөмкин (мәҫәлән, эхинококк менән).

Билдәле ваҡытҡа тиклем киста үҙен һиҙҙермәй һәм осраҡлы рәүештә генә асыҡланыуы мөмкин.  Һуңынан, ҙурая башлаһа, күңел болғаныу, кикертеү, уң яҡ ҡабырға аҫтында һыҙлап ауыртыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ауыртыу хәрәкәт иткәндә, физик эш эшләгәндә, шәп итеп атлағанда, эйелеп-бөгөлгәндә көсәйә.  Бауыр кистаһы һирәк осрай һәм ул ауыр патология һаналмай.   Ауырыу тыныс үтә. Статистика буйынса, кеше ғүмеренең оҙайлығына ла йоғонто яһамай.  Бик һирәк осраҡта ғына эренләп, ҡан һауыу һәм йыртылыу осраҡтары күҙәтелә.  Сәбәбен асыҡлау өсөн иң беренсе сиратта организмда эхинококк булыу-булмауына анализ бирергә кәрәк. Була ҡалһа, паразитологтарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Башҡа осраҡта иһә ғәҙәттә бер ниндәй ҙә дауалау ысулдары ҡулланылмай. Өҙлөгөүҙәр булһа ғына кистаны алыу буйынса операция  тәҡдим ителә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас