Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2024, 10:35

Тәртип булдырыласаҡ

Учалыға эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәктә ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыусыларға ҡаршы көрәштә көстәрҙе берләштереүҙәрен, Башҡортостанда сәсмә алтын сығарыуға яңы лицензиялар биреүҙең ваҡытлыса туҡтатылыуын әйтеп, бай ятҡылыҡтарыбыҙҙың тик закон талаптарына ярашлы  эшкәртелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тәртип булдырыласаҡТәртип булдырыласаҡ
Тәртип булдырыласаҡ

Халыҡ менән осрашыуҙа ауылдарға газ үткәреү, юлдар төҙөклөгө, социаль объекттар төҙөү мәсьәләләре күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда юлдарҙы ремонтлау программаһын дауам итәсәктәрен билдәләне. Ә киләһе йылда район үҙәгендә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының яңы хирургия корпусы эшләй башлаясаҡ.

Мансур ауыл советы биләмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров “Етенсе цех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең карьерын ҡараны. Предприятие Силәбе өлкәһендә теркәлгән һәм “Көнсығыш Абҙаҡ” участкаһында алтын сығарыу менән шөғөлләнә. Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итеүенсә, компания эшмәкәрлегендә бер нисә хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған һәм етәкселеккә уларҙы бөтөрөү буйынса талаптар ебәрелгән.

“Етенсе цех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе республиканың эшлекле хеҙмәттәшлеккә асыҡ һәм ер аҫты байлыҡтарын намыҫлы файҙаланыусыларға ғына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәклегенә баҫым яһаны. Ошонда уҡ республика Башлығы Абҙаҡ ауылы халҡы менән дә аралашты. Был ауылда 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡ Мансур ауылына тиклем 12 километрлыҡ юлды ремонтлау мәсьәләһен күтәрҙе. Фельдшерҙарҙың етешмәүе һәм иҫке почта бинаһын ремонтлау ҙа халыҡты борсоған мәсьәләләр иҫәбендә. Радий Хәбиров муниципалитетҡа юлға ҡырсынташ һибергә, шулай уҡ медицина белгестәрен эшкә алыу һәм почта офисын яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_1195489

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас