Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2024, 10:30

Рәсүл Ҡарабулатов – СВО-ла

Башҡортостандың халыҡ артисы алғы һыҙыҡҡа барып етә яҙған.

Рәсүл Ҡарабулатов – СВО-лаРәсүл Ҡарабулатов – СВО-ла
Рәсүл Ҡарабулатов – СВО-ла

Билдәле йырсы, актер Рәсүл Ҡарабулатов 2022 йылда беҙҙең егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә китергә әҙерләнгәндә үк барып, сығыш яһағайны инде. Үҙе әйтеүенсә, Һарытауҙа, 2023 йылда Нижегород өлкәһендә подразделениелар янында булған. Был юлы ул МХО биләмәһендә ете концерт ҡуйған.

Был турала “Башинформ” агентлығы (www.bashinform.ru/news/svo) яҙа. Халыҡ артисы башҡорт батальондары яугирҙары өсөн алғы һыҙыҡҡа яҡын ғына ерҙә, блиндаждарҙа йырлаған. Уның менән бергә коллегаһы Фаил Ғафаров барған.

Әлбиттә, фронт шарттарында бөтәһе лә була – тегендә шартлай, бында гөрһөлдәй, тигәндәй.

"Үҙебеҙ менән батарейкаларҙа эшләүсе бәләкәй генә аппаратура алғайныҡ. Тәүге көн техниканы көйләгәндә артобстрел башланды, ер һелкенде. Шунда мин ысынлап та фронт линияһында икәнемде тойҙом", - ти йырсы.

Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Рәсүл Ҡарабулатовҡа – афарин!

Фото: “Башинформ”.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас