Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2024, 16:30

Метеоризмдан нисек ҡотолорға?

Эс ҡабарыуы бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Быға юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. 

Метеоризмдан нисек ҡотолорға?Метеоризмдан нисек ҡотолорға?
Метеоризмдан нисек ҡотолорға?

Метеоризм – күп кенә ауырыуҙың  (панкреатит, хроник колит, дисбактериоз, невроз һ.б.) билдәһе булып тора.  Нигеҙҙә газ углеводтар әсеүҙән барлыҡҡа килә.  Сәләмәт эсәктәрҙә  углеводтар аҙыҡ һуты  йоғонтоһонда  бәләкәй компоненттарға  тарҡала һәм һеңә. Ә инде углеводҡа  бай аҙыҡты күберәк ашағанда, уларҙың тулыһынса үҙләштерелеп бөтмәүе бар. Бына шул үҙләштерелмәгән углеводтар әсей башлай һәм күп итеп газ бүленеп сыға.  Ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарынан да шундай уҡ хәл күҙәтелә. Сөнки  был ауырыуҙарҙан ашҡаҙандың аш эшкәртеү һәләте кәмей.  Углеводтар икмәктә, ҡамыр аштарында,  йәшелсә-емештә, шәкәрҙә, ярмаларҙа һәм шыйыҡ һөт аҙыҡтарында күп.  Әммә был аҙыҡтарҙан тулыһынса баш тартырға ярамай, тик уларҙы бер аҙ сикләргә генә  кәрәк. Улар туҡланыу рационының 50 – 60 процентын ғына тәшкил итергә тейеш.

* Ашағанда ҡабаланмаҫҡа, яйлап ҡына сәйнәргә. Күптәр шәп-шәп ашап, аҙыҡ менән бергә күп итеп һауа ла йотоп ебәрә. Был да үҙ сиратында метеоризмға килтерә.

* Метеоризм ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарына  сәбәпсе булғанлыҡтан, гастроэнтерологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

* Эс ҡабарыуын бер аҙ баҫыу өсөн ашаған ваҡытта мезим, панкреатин, фестал, креон кеүек ферменттар эсергә мөмкин. Ҡасан, күпме эсергә, әлбиттә, быны табип кәңәш итергә тейеш.

* Шулай уҡ фитотерапияның да  бер аҙ файҙаһы тейеүе бар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас