0,5 стакан дөгө, һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150-200 гр эремсек, манный ярмаһы йәки сухари вағы кәрәк.
Дөгөнө бүрттереп, һөттә бешереп алырға.Запеканка бешерәһе формаларҙы аҡмай менән майлап, манный йәки сухари вағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр һәм дөгөнө бутарға. Һалҡында торган йомортҡаның ағын алып, миксер ярҙамында тоҙ һалып күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны формаларға тултырырға һәм духовкала 25-30 минут бешерергә.