Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2024, 16:00

***

Хоҙай беҙҙе, матур динен биреп, Мосолмандар итеп яралтҡан, Күңелдәргә иман нурын сәсеп, Изге тәғлимәтен таратҡан. Ошо ғәмәлдәрҙән яҙҙырмайса, Насип булһын йәшәү гел Ерҙә, Хаҡ мосолман юлынан тайпылмайса, Йәшәйексе, дуҫтар, беҙ бергә. Имандарҙан яҙҙырмасы, Хоҙай, Яман - еҫерҙәргә сығарма, Еркәйемә күндер тыныслыҡты, Ҡан - йәш менән, берүк, һуғарма. Киләсәктә атыр таңдарыбыҙ Саф ҡояшлы, аяҙ булһындар, Һәр көнөбөҙ шатлыҡ менән килһен, Аҡ бәхеткә улар тулһындар! Рузидә Үтәшева

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас