Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2024, 08:00

«Шундай ҡатыны була тороп, ситкә йөрөргә…»

Гөлназ Асаева йәнә барыһын шаҡ ҡатырған!

«Шундай ҡатыны була тороп, ситкә йөрөргә…»«Шундай ҡатыны була тороп, ситкә йөрөргә…»
«Шундай ҡатыны була тороп, ситкә йөрөргә…»

Гөлназ Асаева сәхифәһен ҡарап барыусыларҙан килгән ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биргән.

«Һеҙҙе ирегеҙ менән айырылышырға йөрөй тип һөйләйҙәр. Дөрөҫмө?» – тип һораған берәү. «Беҙҙең турала ниндәй генә ғәйбәттәр йөрөмәй. Әлегә барыһы ла яҡшы кеүек, айырылышырға йыйынмайбыҙ», – тигән Гөлназ.

«Һин ҡөнсөлмө? Үҙеңде нисек ҡулға алаһың?» – тип, тип тә дауам иткәндәр ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында теманы.

«Элек көнләшә инем. Айырыуса, бала тапҡандан һуң. Хәҙер юҡ, кем менән хыянат итһен инде ул миңә? Шундай ҡатыны була тороп, ситкә йөрөргә минең ирем йүләр түгел дә. Әммә бындай хәл була ҡалһа, ул уның нимә менән бөтәсәген яҡшы белә», – тигән йырсы.  

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас