Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2024, 07:19

Радий Хәбиров яугир-интернационалсыларҙың иҫтәлеген хөрмәтләне

15 февралдә БР Башлығы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афганстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡоролған "Ҡайғырған әсә" мемориалына сәскәләр һалды.

Радий Хәбиров яугир-интернационалсыларҙың иҫтәлеген хөрмәтләнеРадий Хәбиров яугир-интернационалсыларҙың иҫтәлеген хөрмәтләне
Радий Хәбиров яугир-интернационалсыларҙың иҫтәлеген хөрмәтләне

Церемонияла БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе  Максим Забелин, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, дәүләт власы органдары, министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, ветеран һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары ла ҡатнашты. Йыйылыусылар афғансы яугирҙарҙы хәтер тынлығы менән иҫкә алды. 

БР Башлығы Радий Хәбиров соцселтәрҙәргә ошондай пост яҙып "элде":


В день 35-летия вывода советских войск из Афганистана почтили память погибших воинов-интернационалистов.

Мы благодарим героев, которые с честью выполнили свой интернациональный долг. В тяжелейших условиях они защищали интересы Отечества, проявляли мужество, стойкость и силу духа.

Имена и подвиги наших земляков, павших в боях в Афганистане, на Северном Кавказе, в других горячих точках, в ходе специальной военной операции, всегда будут жить в наших сердцах.

Вечная слава нашим героям.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас