Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2024, 13:00

15 йәшлек үҫмерҙең үлеме буйынса енәйәт эше асылған

Бәләбәйҙә булған фажиғә тураһында яҙғайныҡ инде. Әле өҫтәмә мәғлүмәттәр билдәле булған.

15 йәшлек үҫмерҙең үлеме буйынса енәйәт эше асылған15 йәшлек үҫмерҙең үлеме буйынса енәйәт эше асылған
15 йәшлек үҫмерҙең үлеме буйынса енәйәт эше асылған

«Башинформ» агентлығы үҙенең сығанағына таянып, шуны хәбәр итә: 8-се класс уҡыусыһының үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғәне РФ Енәйәт кодексының 110-сы статьяһы («доведение до самоубийства путем угроз, жестокого обращения или систематического унижения человеческого достоинства в отношении несовершеннолетнего или лица, заведомо для виновного находящегося в беспомощном состоянии либо в материальной или иной зависимости от виновного») буйынса тикшерәләр.

Был статьяла ҡаралғанса, ғәйеплегә яза айырым вазифалар биләүҙе тыйыу менән 8 йылдан 15 йылғаса иректән мәхрүм итеү йәки 10 йылда айырым вазифа биләүҙе сикләү йәки ике йылғаса иректән мәхрүм итеү.

Әйткәндәй, фажиғә тураһында беҙҙең сайтта - ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-02-15/bashy-a-nind-y-b-l-t-shk-yne-bala-3644774

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас