Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһынна хәбәр итеүҙәренсә, пациенттар араһында ауырыу асыҡланыу сәбәпле эпидемияға ҡаршы саралар күрелә.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, стационар дауаланыуға килгән вакциналанмаған пациенттарҙы һаҡлау өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан уларҙы ҡаланың башҡа дауаханаларына күсереүҙе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Был ауырыуҙың артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсн күрелгән мәжбүри һәм ваҡытлы сара», – тип иҫкәртәләр Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау үҙәгенең Башҡортостан буйынса ижаралығынан.
Фото:Т.Аманов.