Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың ноябрендә төндә ир иҫерек хәлдә "Mazda 3" автомобиле менән идара иткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен күреп ҡалып, ул ҡасырға ҡарар итә, сөнки быға тиклем эскән килеш машина йөрөткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Эҙәрлекләүҙән ҡасып, ғәйепләнеүсе яҡындағы ихатаға инә, унда транспорт сараһын туҡтата. Автоинспектор уны тотоп ҡалырға маташҡанда, водитель ҡуҙғалып китә һәм ишеккә тотоноп торған полиция хеҙмәткәрен һөйрәп, имгәтә. Ир иҫерек булыу-булмауға медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.