Кәрәкле аҙыҡ-түлек (9 порцияға): эремсек – 200 г, хөрмә – 230 г, йомортҡа – ярты, он – дүрт ҡалаҡ, шәкәр – бер балғалаҡ, ваниль шәкәре – ярты балғалаҡ, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы – ике ҡалаҡ.
Хөрмәне йыуып, ваҡлап турарға. Йомортҡаны туғырға.
Эремсеккә шәкәр, ваниль, туғылған йомортҡаның яртыһын (ҡалғанын башҡа нәмә әҙерләгәндә ҡушып ебәрергә була) ҡушып, болғарға. Уға он һәм хөрмә ҡушырға, тоҙларға һәм ипләп кенә болғарға. Артабан шул массанан бәләкәй шарсыҡтар йомарларға. Рецепт буйынса туғыҙ шарсыҡ килеп сыға. Шунан уларҙы әҙ генә баҫып “йәмшәйтеп”, табала ике яҡтан да ҡыҙҙырып алырға. Өсәр минут та етә.
Тәмле булһын!