Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2024, 18:00

Ағыулы үләндең дә шифаһы тейеүе бар, тик белеп эсергә кәрәк

Тилермән (дурнишник обыкновенный) – бик шифалы, әммә әҙ ҡулланылыусы дарыу  үләне.  

Ағыулы үләндең дә шифаһы тейеүе бар, тик белеп эсергә кәрәкАғыулы үләндең дә шифаһы тейеүе бар, тик белеп эсергә кәрәк
Ағыулы үләндең дә шифаһы тейеүе бар, тик белеп эсергә кәрәк

 Орлоғо һәм сәскә атҡан ваҡытта алынған  япраҡлы өҫкө һабаҡтары дауалау үҙенсәлегенә эйә. Уны сәскә атҡан ваҡытта июндән авгусҡа тиклем әҙерләйҙәр. Ҡыҙҙырмай, күләгәлә генә киптерергә кәрәк. Сөнки йылыла  шифалы үҙенсәлектәре юғала. Шулай уҡ дарыуханала киптерелгән әҙер үләнде һатып алырға мөмкин.

Тилермән гипотиреозға һәм төйөнлө боғаҡҡа (зоб) ҡаршы ҡулланыла. Был үҫемлекте, йодҡа бай булыу сәбәпле, эндемик боғаҡты дауалау өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ уны бәүел ҡыуығы менән проблема булғанда ла тәҡдим итәләр. Өҫтәүенә,   ҡан баҫымын төшөрә, күрем ваҡытында эстең ауыртыуын баҫа, һалҡын тейеүҙән һәм бронхиттан ярҙам итә.

Ауырлы, бала имеҙеүсе ҡатындарға һәм балаларға был дарыу үләнен ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ  ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһы менән ауырыусыларға һәм эс ҡатыуҙан да уны ҡулланырға ярамай.

Тилермән – ағыулы үлән, был хаҡта оноторға ярамай.  Составында йод күп булыу сәбәпле, һыуҙа һәм аҙыҡ-түлектә йод әҙ булған төбәктәрҙә йәшәүсе кешеләр өсөн айырыуса файҙалы. Йод артыҡ булһа ла организм өсөн зыянлы, шунлыҡтан белеп кенә ҡулланырға кәрәк.

Нисек ҡулланырға?

* Сәскә атыусы үҫемлекте сәнскеләре барлыҡҡа килгәнгә тиклем йыйып, ит үткәргес аша үткәрергә һәм һутын һығып, 1:1 нисбәтендә араҡы ҡушып бутарға.    Үлән төнәтмәһен 10 тамсы ярты саткандан әҙерәк йылы һыуға ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда  йә ашағандан һуң бер сәғәт үткәс эсергә.  Һыуға бал да ҡушырға мөмкин.   Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан бер аҙна ял итеп, дауаланыуҙы тағы дауам итергә була.  

* Ярты балғалаҡ киптерелгән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, шуны бер көндә эсеп бөтөргә.  Ас ҡарынға эсергә һәм ярты сәғәттән һуң ғына ашарға тәҡдим ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан бер аҙна ял итеп алырға лә йәнә дауам итергә.

Иң мөһиме –  дарыу үләне килешмәй, хәлдең насарайыуын тойоу менән тилермәнде ҡулланыуҙы туҡтатыу кәрәк.

Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас