Новосибирск өлкәһендә булған хәл. Бөгөн иртән Мошков районында 2,5 балл ҡеүәтендә ер һелкенгән. Сәбәбе карьерҙы шартлатыу булыуы ихтимал. белгестәр ер тетрәүҙе теркәгән, ә кешеләр һиҙмәй ҙә ҡалған. Был өлкәлә күбеһенсә ер Искитим районында тетрәй, имеш. Йыш ҡына Чернореченский карьерын шартлаталар ҙа, шунан ер һелкенә. Урындағы халыҡ өйрәнеп бөткән, хатта тарктор эшләй, тип кенә уйлайҙар икән. Ҡеүәтле ер тетрәү булһа, нишләрҙәр?
Ә һеҙҙә карьер шартлаталармы?