4 февраль төнөндә 27 йәшлек ир үҙенең машинаһында ултырғанда, уға бер нисә кеше һөжүм итә. Үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип танытып, ирҙең ҡулына бығау һалып, көс ҡулланып, үҙ машиналарына ултырта. Һуңынан зыян күреүсене Төньяҡ урамындағы йорттоң подвалына алып киләләр. Унда енәйәтселәр ирҙе сүкеш менән туҡмай, ҡолағын ҡырҡа, шунан һуң ғына урамға сығарып ебәрә. Ауыр йәрәхәтләнгән, ҡанға батҡан ир көс-хәлгә яҡындағы предприятиеға барып етә һәм ярҙам һорай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив эш барышында енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлай. Улар - Октябрьский ҡалаһынан 42 йәшлек шәхси эшҡыуар һәм уның 30-27 йәшлек өс танышы булып сыға. Металл ҡабул итеү бизнесы менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙың һүҙҙәре буйынса, ҡулы аҫтында эшләгән ҡатын уға, 27 йәшлек ир мине көсләне, тип зарлана (әйткәндәй, ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итмәй). Ҡатындың һүҙҙәренә ышанып, эшҡыуар үҙенең иптәштәре менән бергә 27 йәшлек иргә тамуҡ ойоштора ла инде...
Оператив-эҙләү саралары барышында өс ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Белянскийҙың ҡайҙа булыуын белһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүегеҙ һорала. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 279-39-33, 8 (347) 279-32-92, 8 (34767) 5-09-06.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.