Өфөнөң Октябрь район суды бер иргә "Наркотиктарҙы законһыҙ һатырға тырышыу" статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
Был әҙәм 2022 йылдан 2023 йылға тиклем туғанының фатирында киндер үҫтергән. Уны таныштары аша һатҡан. Әммә полиция уның еңел кәсебен белеп ҡалып, был эшкә нөктә ҡуйған. Хоҡуҡ һ һәм тәртип һаҡсылары фатирҙа үҫемлек ҡыуаҡтарын, унан яһалған наркотиктар тапҡан. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған.