Тәҡдим ителгән бер проект районда балалар өсөн тәүге шәхси клиника тураһында. "Здоровый малыш" клиникаһы өсөн бинаға капиталь ремонт яһалған, йыһаз, ҡорамалдарҙың бер өлөш алынған, реклама кампанияһына старт бирелгән. Медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенән ыңғай баһа алынған, әле "Роспотребнадзор" идаралығының һуңғы һығымтаһын көтәләр.
Әйткәндәй, был ултырышта эшҡыуар Радик Әминевтың ит ярымфабрикаттары етештереүҙе яңыртыу буйынса һәм "Уют" шәхси предприятиеның Туймазы - Ғәфүр юлында йөк машиналары өсөн автотуҡталҡа (сервис, йыуыу, бәләкәй ҡунаҡхана менән) төҙөү буйынса проекттары ҡаралды.
Фото: Администрация муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан.