Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля 2024, 13:00

Ниндәй блендер һайларға?

Кухняла хужабикәгә кәрәкле әйбер.

Ниндәй блендер һайларға?Ниндәй блендер һайларға?
Ниндәй блендер һайларға?

Ниндәй блендер һайларға?

 Блендер  ваҡлау, бутау, йомортҡаны, ҡуйы һөттө күпертеү өсөн кәрәк. Аш бүлмәһендәге был техника кухня комбайнына ҡарағанда урынды аҙ ала. Миксерға ҡарағанда ауыр продукттарҙы, хатта боҙҙо ла ыуаҡлай. Әммә миксер ҡамырҙы йомшаҡ ҡына итеп күпертә алмай. Өйҙә бәләкәй балалары булғандар өсөн бик ҡулай әйбер. Сөнки балаларға пюре эшләп ашатырға була. 

НИНДӘЙ ТӨРҘӘРЕ БУЛА?

 Улар ике төрҙә була – ҡулға тотоп эшләй торғандары һәм һауытлы моделдәр.

Ҡулға тотоп эшләй торғандары ҡоро икмәкте сохари валсығына әйләндереү, төрлө йәшелсә- емештән, иттән пюре яһау өсөн ҡулай. Пластик корпуста киҫкес тимерҙәр беркетелә. Төрлө һауытҡа ҡуйып әйбер ваҡларға мөмкин.

 

Өҫтөнлөктәре

 Күберәк эшләткән һайын ризыҡ та нығыраҡ ваҡлана. Нисек кәрәк шулай әҙер блюдоны эшләй алаһың. Аҙ порциялар эшләү өсөн ҡулай.Урынды аҙ ала.

 Кире яҡтары

Коктейлдәр эшләү өсөн бармай. Сәтләүек менән боҙҙо насар ваҡлай.

Эшләгәндә ҡулды талдыра,  кнопкаға баҫып блендерҙы оҙаҡ ҡына тотоп торорға кәрәк.

 

 Һауытлы блендер

Улар йәшелсә – емеш иҙмәләре, шыйыҡ ҡамыр, йомортҡа күпертеү, аш- пюрелар әҙерләү өсөн ҡулай.  Һауытҡа идара итеү кнопкалары беркетелгән, эшләү өсөн ҡулай.

 Кире яҡтары

 Ҡаты йәшелсәләрҙе насар ваҡлай.Бәләкәй порциялар насар әҙерләнә. Ул һауыттың ситенә йәбешеп бөткәс блендерҙың бысаҡтары эшләй алмай.

- Урынды күп ала.

 

Блендерҙарҙың һауыттары быяланан йәки пластиктан эшләнә. Быяла һауыт ҡаты аҙыҡ – түлекте эшкәрткәндә бик сыйылып бармай. Һаҡһыҙ төшөрөп ебәрһәгеҙ, ватылыуы  ихтимал. Пластмасса еҫ һеңдерә, тоноҡлана,  унда эҫе әйберҙе әҙерләп булмай. Блендерҙың насадкалары тимер булғандары яҡшыраҡ.  Блендерҙың ҡеүәтенән уның аҙыҡтан ниндәй иҙмә яһауы тора. 200 Вт ҡеүәтлеләр йомшаҡ йәшелсә- емеште генә иҙә ала. 600-700 Вт ҡеүәте булғандар боҙҙо ла еңел ваҡлай . Улар 6-7  тиҙлектә эшләй.

 Һуттар , коктейлдар эшләргә теләһәгеҙ, ҙурыраҡ һауытлы блендер кәрәк. Балалар өсөн буткалар иҙмәһе эшләргә теләһәгеҙ, бәләкәйерәген алырға мөмкин.

Приборҙы таҙартыу

Ҡайһы бер блендерҙарҙың  насадкаларын алып йыуырға кәрәк. Икенселәренең һауытына һыу һалып бер әйләндереп сығарыу ҙа етә.

Насадкалары

Ҡапҡаслы ваҡлағыс. Йәшелсәләрҙе турау, ит, балыҡ фаршы әҙерләү өсөн ҡулай.

Ҡырҡыу өсөн насадка. Ҡаты йәшелсә- емеш өсөн ҡулай. Кәбеҫтәне,  бәшмәкте нәҙек кенә итеп киҫә.

Насадка- блендер. Соус- иҙмәләр әҙерләүгә һәйбәт.

 Насадка- венчик. Миксерҙың функцияһын үтәй . Ҡамыр  болғатыу, йомортҡа ағын күпертеү өсөн һәйбәт.

 Ваккум системаһы

Аҙыҡ- түлек сифатын юғалтмай оҙаҡ һаҡлана. Шешлек маринадлау өсөн ҡулай. Функциялары күберәк булған һайын блендер ҡиммәтерәк.

 

Фото: 

 

domikexpert.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас