Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2024, 17:30

Картуф эсендә ит

Уңған хужабикәләр, шулай бешергәнегеҙ бармы? Юҡ, тултырылған картуф түгел.

Картуф эсендә итКартуф эсендә ит
Картуф эсендә ит

Һүҙ картуф иҙмәһе ҡушылған ҡамыр тураһында.

Рецепта бирелгән аҙыҡ-түлек күләме дүрт порцияға иҫәпләнгән.

Картуф – 600 г

Манный ярмаһы – 60 г

Йомортҡа – ике дана

Тоҙ – тәменсә (бер балғалаҡ самаһы)

Он – 400 – 420 г

Эслек: эре мал ите фаршы– 350 г, һуған – 150 г, тәменсә тоҙ, борос.

Мундирлы картуф бешереп, әрсеп, иҙергә.

Уға йомортҡа, манный ярмаһы, тоҙ ҡушып, бутарға.

Массаға әҙ-әҙләп кенә он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ул әҙерәк йәбешкәк була. Пленка менән ябып, 15 – 20 минут ултыртып торорға.

Фаршты һуғанлап, тоҙлап, борослап бутарға.

Ҡамырҙы йәйеп, өс өлөшкә бүлергә. Һәр береһен 5 – 7 мм ҡалынлығында йәйергә. Стакан менән түңәрәктәр киҫергә. Һәр түңәрәккә балғалаҡ менән фарш һалып сығырға. Ныҡ итеп йәбештереп, шар формаһында йомарларға.

Кәстрүлдә бер аҙ тоҙло һыуҙы ҡайнатып, йоморсаҡтарҙы шунда бешерергә. Ҡайнап сыҡҡас, әкренерәк утта биш минутта бешә.

Ҡаймаҡлап йә майлап ашарға.

Тәмле булһын!

Был ризыҡ ньокки тип атала, имеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас