Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2024, 06:45

Ҡытайҙағы бер лабораторияла яман вирус һаҡлана...

Тәжрибә сысҡандарының береһе лә тере ҡалмаған.

Ҡытайҙағы бер лабораторияла яман вирус һаҡлана...Ҡытайҙағы бер лабораторияла яман вирус һаҡлана...
Ҡытайҙағы бер лабораторияла яман вирус һаҡлана...

Ғалимдар лабораторияла сысҡандар менән тәжрибә яһаған. Һүҙ коронавирустан да яманыраҡ ауырыу сығанағы тураһында бара.

Сысҡандарға вирус йоҡторғандар һәм белгестәр үҙҙәре үк шаҡ ҡатҡан: үлем осрағы 100 процент! Бер сысҡан да тере ҡалмаған.

Тикшеренеүҙә коронавирус кеүек бер вирус алынған. Ул “GX_P2V” булараҡ билдәле, имеш. Уны 2017 йылда Малайзияла тапҡандар. Панголиндар (кеҫәрткегә оҡшаш һөтимәрҙәр, хәүеф булғанда шар кеүек йомарланалар) йөрөткән икән. Тап ошо вирус яңы коронавирусты ярғанаттарҙан кешегә йоҡтороусы аралашсы булған, ти. Уны клонлағандар ҙа, Пекин лабораторияһында һаҡлағандар. Барыбер нисектер “сығып”, донъяға таралған.

Әле бына тәжрибә сысҡандары һигеҙ көндә яфаланып үлгән. Аллам һаҡлаһын! Әгәр ҙә был яңы вирус лабораториянан сыҡһа, йәғни таралһа, бөттө баш...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас