Был бик отошло проект күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте. Улар - Ҡаҙмаш, Амангилде, Рысҡужа ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу, Әбделғәзе ауылында клубты ремонтлау, Үтәгән башланғыс мәктәбенең ишек, тәҙрәләрен алмаштырыу, Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Амангилде зыяраттарының ҡоймаларын яңыртыу.
Быйылғы конкурста Үтәгән ауылы халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тәүге дөйөм йыйылышта, халыҡтан анкета тултырып һорау алыуға ярашлы күпселек тауыш менән зыяратты төҙөкләндереп, ҡоймаһын яңыртырға ҡарар итте. Инициатив төркөм төҙөлдө, маҡсатҡа ярашлы эш башланды. Үтәгән ауылының зыяратын төҙөкләндереүгә, ҡоймаһын яңыртыуға проект-смета документы әҙерләнде. Конкурста еңер өсөн уның шарттарына ярашлы мәҙәни-тәрбиәүи саралар әҙерләп, үткәреү өҫтөндә эш башланды.
ППМИ-ҙа еңеп сыҡһаҡ ауыл халҡының, бағымсыларҙың, ауыл биләмәһе хакимиәтенең проектты тормошҡа ашырыу өсөн тотоносаҡ сығымдарын, экономия барлыҡҡа килһә уны нимәгә тотоносаҡтарына ҡарар ҡабул итеү менән мәшғүлбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ ошондай мәртәбәле, кәрәкле конкурста бергәләп дәррәү ҡатнашып, еңеп сығып баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарының, ата-бабаларының һуңғы төйәгенә яңы заманса төҫ бирергә өлгәшерҙәр тип ышанабыҙ.
Инициатив төркөм рәйесе урынбаҫары Йәһүҙина Р.Ә