Елкә өлөшө битте, елкәне һәм баш мейеһен туҡландырыусы ҡан тамырҙары менән нервыларҙың тупланған урыны булып тора. Бынан тыш, нервы бөтөмдәре ҡыҫылыу һөҙөмтәһендә баш ауырта, аяҡ-ҡулдар ойой, мускулдар йомшара һәм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә.
Елкә остеохондрозынан ҡотолоу өсөн һеҙгә картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк буласаҡ. Уларҙан компресс эшләргә була. Бының өсөн ҡырғыстан үткәрелгән картуфҡа 1:1 нисбәтендә бал ҡушып бутарға һәм елкә менән яурынға компресс итеп ябырға. Өҫтөнә ҡағыҙ ябып, йылы әйбер менән бәйләп, нығытып ҡуйығыҙ. 2 сәғәт тотҡандан һуң сисеп, урынын еүеш салфетка менән һөртөп, аҡ шыршы майы менән майлағыҙ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.