Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2024, 03:26

Урман ҡараулы

Дәүләт урман инспекторҙары республика урмандарын даими күҙәтә. Хәүеф янамаймы, закон боҙоусылар юҡмы, ағастар ни хәлдә - ҡышын да урманды ҡарап ҡына торорға кәрәк.

Урман ҡараулыУрман ҡараулы
Урман ҡараулы

Инспекторҙарҙың раҫланған маршруттары бар, патруль хеҙмәтенә ял юҡ. 

Мәҫәлән, урмансы Мәхмүт Ҡунаҡбаев Күжән участка урмансылығы, Маҡар урмансылығы биләмәһен тикшергән. Ул Арлар, Иҫәкәй, Ғүмәр ауылдары янындағы урманда барлығы 18 саҡрым юл үткән. Күҙәтеү һөҙөмтәһенсә, закон боҙоу күренеше юҡ, барыһы ла тәртиптә.

Фото: Минлесхоз РБ.

 

 

Урман ҡараулы
Урман ҡараулы
Урман ҡараулы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас