Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2024, 10:15

Университет янында ниндәй төтөн ул?

Өфөләге ҙур уҡыу йортонан 1500 студентты ашығыс рәүештә урамға сығарғандар.

Университет янында ниндәй төтөн ул?Университет янында ниндәй төтөн ул?
Университет янында ниндәй төтөн ул?

Карла Маркс урамында, Өфө фән һәм технологиялар университеты янында, сүп-сар янып киткән.

МЧС-тан әйтеүҙәренсә, ут ике уҡыу корпусы араһында урынлашҡан контейнерҙа сыҡҡан. Ел төтөндө университет бинаһының подвалына индергән. Шуға ла студенттарҙы эвакуацияларға тура килгән.

Ут һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас