"Uzbekistan Airways" авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Үзбәкстан ҡалаларына осоштар географияһын киңәйтә. Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 5 марттан авиакомпанияның "Фирғәнә— Өфө — Фирғәнә" йүнәлеше буйынса даими авиарейстары асыла.
Аҙна һайын шишәмбе көндө "Airbus A320" самолеттары осасаҡ. Һауа лайнеры «Өфө» аэропортынан урындағы ваҡыт буйынса таңғы сәғәт 4 тула 25 минутта ҡуҙғала.
"Uzbekistan Airways" баш ҡалабыҙҙан Ташкентҡа һәм Наманганға ла даими осоштар яһай.