Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2024, 05:00

Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙың юбилейына бара

Минскиҙа БР Башлығы Радий Хәбиров Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе Александр Субботин менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлек итеү буйынса фекер алышты. Әйткәндәй, быйыл Витебскиҙы немец фашистары баҫҡынсыларынан азат итеүгә - 80, ә ҡалаға нигеҙ һалыныуға 1050 йыл тула. Ошо йәйҙә бында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең XI форумы ла уҙасаҡ. 

Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙың юбилейына бараБашҡортостан делегацияһы Витебскиҙың юбилейына бара
Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙың юбилейына бара

Субботин Башҡортостан делегацияһын ошо ҙур сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙән унда ҙур төркөм барасаҡ. Үҙ сиратында БР Башлығы Витебск вәкилдәрен Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына саҡырҙы.

Осрашыуҙа төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү, шул иҫәптән "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса һөйләштеләр.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас