Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля 2024, 11:00

Аҙыҡ ҡалдыҡтарын — дарыу урынына

Көн һайын беҙ сүп-сар биҙрәһенә бик йоғонтоло дарыуҙарҙы ырғытабыҙ.  Һүҙ ашарға бешергәндән һуң ҡалған аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары тураһында бара.   Уларҙың күбеһе һаулыҡҡа файҙа килтереүе бар.

Аҙыҡ ҡалдыҡтарын — дарыу урынынаАҙыҡ ҡалдыҡтарын — дарыу урынына
Аҙыҡ ҡалдыҡтарын — дарыу урынына

    Йомортҡа ҡабығы тырнаҡтар һыныусанлығынан, теш ҡаҙнаһы ҡанауынан, остеопороздан, астманан, артриттан, һөйәк йәрәхәттәренән, ревматизмдан, йоҡоһоҙлоҡтан, эс ҡатыуҙан, тән сабыртыуҙан ярҙам итә. Ауырлы ҡатындарға, шулай уҡ 6 йәшкә тиклемге балаларға аҙыҡҡа йомортҡа ҡабығы ҡушып ашарға кәрәк.

Сей йомортҡа ҡабығы ла дауалау үҙенсәлегенә эйә. Йомортҡаны йыл һыуҙа һабынлап    йыуып, ағын һәм һарыһын ағыҙып алырға һәм эсендәге пленкаһынан таҙартырға. Ҡабығын ике-өс сәғәт киптерергә (тик ҡояшта түгел), балалар өсөн уны мейестә ҡыҙҙырырға. Киптергәндән һуң ҡабыҡты он хәленә килгәнсе иҙергә һәм ҡара быяла һауытта өҫтөн мамыҡ менән ябып һаҡларға.     Көнөнә 1,5—2 г (йәшкә ҡарап) эремсеккә һәм бутҡаға ҡушып ашарға (бер йомортҡа ҡабығының ауырлығы   3,5—5 г).

        Фото:Т.Аманов. 

    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас