Стәрлетамаҡтағы магазиндарҙың береһенән билет һатып алған Санкт-Петербургта йәшәүсе 62 йәшлек ир 25 миллион отҡан!
Рөстәм беҙҙең республикала яңы йыл алдынан булғанда кассалағы һуңғы 4 билетты һатып алған булған .
Ул юлбарыҫтар аҫырай һәм уларҙы өйрәтә.
«Был хайуандарҙы ай һайын ашатыуға күп аҡса китә. Аҡсаларҙың бер аҙын улар өсөн ҡулланырға алып ҡалам һәм ҡалғанын ҡыҙыма бүләк итәм», – тигән ул.