Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2024, 07:00

Ярҙам поезы ҡайҙа бара?

9 февралдә махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поезы» Иглин районында була.

Ярҙам поезы ҡайҙа бара?Ярҙам поезы ҡайҙа бара?
Ярҙам поезы ҡайҙа бара?

Консультациялар үткәреү ваҡыты: сәғәт 11-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.
Адресы: Иглин ауылы, Свердлов урамы, 15-се йорт (район мәҙәниәт йорто).
Мохтаждарға йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы ойоштора. Осрашыуҙа шулай уҡ психологтар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр консультация үткәрә.
Иглин, Нуриман һәм яҡын-тирәләге башҡа райондарҙа йәшәүселәрҙең консультация алыу мөмкинлеге бар.
Алдан яҙылыу талап ителмәй.
Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Фонд филиалының адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам саралары буйынса чат-бот әҙерләне. Унда түләүҙәр һәм ташламалар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx.
«Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты бойороғо нигеҙендә ойошторолдо.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас