Дәүләтебеҙ илебеҙ үҫешһен һәм технологик суверенитеты булһын өсөн фән үҫешенә шарттар тыуҙыра, федераль һәм төбәк кимәлендә ғалимдарға ярҙам итә. 2022 йылда БР Башлығы Радий Хәбиров указы менән республиканың юғары уҡыу йорттары ғалимдарына ярҙам йәһәтенән гранттар булдырылды. Шул уҡ йылда Аҡмулла университеты 14 млн һумдан ашыу субсидия алған.
- 2023 йылда БДПУ өсөн БР Башлығы гранты 17 миллион һумдан ашты. Уның 12 млн һум тирәһе университеттың һигеҙ йәш ғилми-педагогик хеҙмәткәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Бөгөн уларға ике млн һумға тиклем сертификат тапшырабыҙ. Ул ипотека бурысын ҡаплауға йәки яҡшы ғына тәүге иғәнә буласаҡ. Бындай ярҙам һеҙгә артабан да фән һәм уҡытыу эше менән булышырға дәрт бирәсәк тип ышанам, - тине хеҙмәттәштәренә Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Грант алыусылар араһында программалау һәм һанап сығарыу математикаһы кафедраһы доценты Альбина Нафиҡова, музыка һәм хореография белем биреү кафедраһы уҡытыусыһы Алена Рәхмәтуллина, физика һәм нанотехнологиялар кафедраһы доценты Далия-Лира Гесс, физик культура һәм спорт кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Кристина Иҡсанова, физик тәрбиә һәм спорт көрәше кафедраһы уҡытыусыһы Юлия Щербина, Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжының физкультура уҡытыусылары Эльза Ҡунакбаева һәм Антон Аллағолов бар. Уларҙың һәр береһендә фәнни ҡыҙыҡһыныу бар һәм киләсәккә пландар ҡорған, Башҡортостандың ғилми өлкәһенә үҙ иғәнәһен индерергә әҙер.