Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2024, 09:06

Яугирҙарға - 1200 ҡоро душ

Күгәрсен ауыл биләмәһе халҡы МХО-лағы яҡташ ир-егеттәргә гуманитар ярҙам әҙерләгән. Был турала социаль селтәрҙә Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итә.

Яугирҙарға - 1200 ҡоро душЯугирҙарға - 1200 ҡоро душ
Яугирҙарға - 1200 ҡоро душ

"МХО-лағы яугирҙарға 1200 йыйылма ҡоро душ! Күгәрсен ауыл берәмеге ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән гуманитар ярҙам йыйыу иғлан ителеп, тупланған аҡсаға волонтерҙар кәрәкле материал алған һәм 1200 дана ҡоро душ әҙерләнгән. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт. Еңеү беҙҙеке буласаҡ!" - тип яҙған район етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: vk.com (Марат Искужин).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас