Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2024, 06:33

"Әр-Рәхим" мәсетендә аҙан тауышы ҡасан яңғыраясаҡ?

Быйыл мәсет төҙөлөшөнә 700 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был иман йортон һалыу бик оҙаҡҡа һуҙылды. Әйткәндәй, мәсеттең биҙәү эшенә генә кәм тигәндә ике йыл ваҡыт китәсәк.

"Әр-Рәхим" мәсетендә аҙан тауышы ҡасан яңғыраясаҡ?"Әр-Рәхим" мәсетендә аҙан тауышы ҡасан яңғыраясаҡ?
"Әр-Рәхим" мәсетендә аҙан тауышы ҡасан яңғыраясаҡ?

Кисә йәмәғәт ойошмалары, әүҙем халыҡ менән осрашыуҙа Радий Хәбиров билдәләүенсә, мәсеттең ҡасан төҙөлөп бөтөрөн аныҡ ҡына әйтеп булмай. Шулай ҙа финанслау сығанаҡтары табыла тора. Әле, мәҫәлән, 250 миллион һум аҡса бар.

Киләһе йылда тағы ла бер миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана.

"Әр-Рәхим"дә аҙан тауышы яңғырауға күп ҡалманы, тип өмөтләнә алабыҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас