Уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында 5 февралдән алып бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
6 февралдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлегенә 35 йәшлек ирҙән 9 айлыҡ ҡыҙын алып, 23 йәшлек ҡатыны өйҙән сығып китеүе тураһында ғариза килгән. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү сараларын үткәрә
Ҡатындың билдәләре: буйы 168 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре ҡара, күҙҙәре һоро. Ҡараһыу йәшел төҫтәге мамыҡ, ҡара салбар, ҡара төҫтәге аяҡ кейеме кейгән.
Баланың билдәләре: буйы 70 см, сәстәре ҡара, күҙҙәре һоро. Сәскәле алһыу куртка, ҡараһыу һоро салбар, һоро башлыҡ кейгән.
Юғалыусыларҙың ҡайҙалығын белеүселәргә 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.