2023 йылда 33 ғаилә ошондай хоҡуҡ менән файҙаланған. Был хаҡта БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итә.
Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта республикала 18 йәшкә тиклем балалары булған 471,9 мең ғаилә йәшәй. Шуларҙың 29 меңе – күп балалы ғаиәләр.
Билдәле булыуынса, бер тапҡыр бирелә торған түләү 23 йәшкә тиклемге 8 һәм унан күберәк бала тәбиәләнгән ғаиләләргә бирелә. Был иҫәпкә ғаиләлә өс йыл йәшәү шарты менән уллыҡҡа, тәрбиәгә алынған балалар ҙа инә. Тағы бер мөһим шарт – ғаилә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә өс йылдан кәм йәшәргә тейеш түгел.
Түләүҙе алыу өсөн ата-әсәләрҙең береһенә Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Элегерәк бындай ғаиләләргә «Газель» автобусы бирелә ине. Әммә микроавтобусҡа 10 һуңынан 9 балалы ғаиләләр генә дәғүә итә ала торғайны. 2015 йылдан күп һорауҙар буйынса, автомобиль урынына аҡса бирелә башланды.
Фото:Башинформ.