***
Һәр кешегә көслө терәк кәрәк, Ауыр саҡта башын һалырҙай... Һине яҡын итеп, түҙем бул, тип, Күҙ йәштәрен һөртөп алырҙай... Һәр кешегә матур ғаилә кәрәк, Мөхәббәте - тормош иптәше... Тигеҙлектә, икәү бергә атлап, Бергә матур ғүмер итәһе... Ҡатын-ҡыҙға - "Әсәй" һүҙе кәрәк, Бала наҙы, бала бәхете... Ир-затына - "Атай" һүҙе кәрәк, Дауамсыһы... Ата хөрмәте... Һәр кешегә сәләмәтлек кәрәк, - Әллә унһыҙ йәшәү тойорһоң? Тораһы, бар... Таҙа булһаң ғына, Күрерһең һин бәхет ояһын. Һәр балаға "әсәй" һүҙе кәрәк, "Атай" һүҙе, ғаилә ҡосағы... Йәшәһендәр ине мәңге-мәңге - Янһын мәңге тормош усағы! Һәр кешегә тыуған нигеҙ кәрәк, Баласаҡтың һүнмәҫ ялҡыны... Ундай мөйөш ҡайҙан табырһың һин, Тыуған йорт бит - иң-иң яҡыны... Һәр кешегә йылы ҡараш кәрәк, Йылы бер һүҙ етә ҡай ваҡыт... Йөрәктәре иреп-иреп китә, Ҡатҡан бәғерҙәрен ҡуҙғатып... Беҙ тигәнсә, бәлки, була алмаҫ та, Ҡыҙғанмаһын Хоҙай өлөшөн. Шундай уйҙар менән атлай-атлай, Үҙ өйөмә ҡайтып килеүем... Гөлиә Ғилманова