Ишембайҙағы 3-сө мәктәптең 5-се класс уҡыусылары ҙур теләк менән перәник бешерергә өйрәнгән. Уларға дәресте уҡытыусы Светлана Әбдрәшитова үткәргән.
"ВкусоТеррия" студияһында милли аш-һыу бешерергә лә өйрәнәләр. Китапханаға килеүселәр унда бик ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. Кулинария китаптары күргәҙмәһе лә эшләй.
Бөгөн китапханалар халыҡҡа китап ҡына тәҡдим итмәй ул. Бында ижад өсөн дә, ял өсөн дә, белем алыу өсөн дә бөтә мөмкинлек бар.
Фото: Муниципальное бюджетное учреждение Отдел культуры муниципального района Ишимбайский район Республика Башкортостан.